Быйыл тәүге партия менән 2 мең 600 тонна тауар оҙатылды. Шишмә май һығыу заводында етештерелгән продукцияны Латвия алды. Тауар тикшерелгән, санитар талаптарға яуап бирә, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Башҡортостанда "Халыҡ ара кооперация һәм экспорт" тигән милли проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, 6 йылда сит илгә тауар һатыу 2,8 тапҡырға артҡан.