Был хәл Стәрлебаш ауылында булған. 40 йәшлек ир плитаға аш ҡуйған, үҙе икенсе бүлмәлә йоҡлап киткән. Аш ҡайнап бөткән, стена һәм түшәм яна башлаған. Күршеләре янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Ирҙе фатирҙан сығарғандар, дауахана оҙатҡандар, әммә ул аңына килмәгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.