Башҡортостанда туристик инфраструктура үҫешә

Һуңғы биш йылда глэмпингтар һаны 3,6 тапҡыр артҡан. Милли проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 2 миллиард һум йүнәлтелгән. Уның ҙур өлөшө - федераль ҡаҙнанан. - Дәүләт яғынан ярҙам туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын ғәмәлгә ашырыу, бизнес үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр аса, тип белдерҙе Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. 2022 йылдан 177 эшҡыуарға субсидия бирелгән.