Башҡортостан бокс федерацияһы илдә иң яҡшыһы тип танылды

Юғары награда Бөтә Рәсәй боксерҙар форумында тапшырылды. Әле республикала 4 меңдән ашыу кеше бокс менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә. 500 спортсы Рәсәйҙең спорт мастерына кандидат, 23-ө  спорт мастеры, икәүһе халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеменә лайыҡ булды, тип белдерәләр Спорт министрлығынан.