Бүздәк районында Ғабдулла Ғиләжевтың 95 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте


Күренекле режиссер, актер, педагог Ғабдулла Ғиләжевтың тыуыуына 95 йыл. Тарихи дата айҡанлы бөйөк шәхестең уҡыусылары Ғабдулла Ғабдрахман улының тыуған төйәгендә-Бүздәк районы Ҡаңны -Төркәй ауылында хәтер кисәһе үткәрҙе. Сәхнә оҫталары остаздары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтте. Башҡортостан мәҙәниәте тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, бер нисә быуын сәнғәт әһелдәре әҙерләгән арҙаҡлы шәхес тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй халҡы Ғабдулла Ғиләжевтың уҡыусыларын һәр ваҡыт яҡын күреп, ҡыуанып, хөрмәтләп ҡаршы ала. Ғабдулла Ғабдрахман улы тыуған төйәген тотош республика, хатта ил кимәлендә танытҡан бөйөк шәхес, ҡаңны ырыуының абруйлы вәкиле. Яҡташтары арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары менән ғорурланыуын йәшермәй.

Ғабдулла Ғиләжев Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 16 йыл Рус драма театрының баш режиссеры була, сәхнәгә төрлө жанрҙағы 5 тиҫтәнән ашыу спектакль сығара. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрын ойоштороусыларҙың береһе була. Ҡаңны-төркәйҙәр данлыҡлы улының исеменә тап төшөрмәй.

Ғабдулла Ғиләжев яуаплы вазифалар биләп, юғары дәрәжәләргә өлгәшһә лә тыуған төйәге менән бәйләнеште өҙмәй. Һәр ваҡыт ҡайтып йөрөй, яҡташтары менән аралашып тора.

Ғабдулла Ғабдрахман улының иң оло ҡаҙанышы иһә- уҡыусылары. Станиславский уҡыусылары ҡулында классик белем алған педагог үҙе лә йәштәрҙә сәхнәгә, ижадҡа һөйөү тәрбиәләй, атайҙарса йылы мөнәсәбәттә була. Уҡыусылары остазын тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Улар ун йылдан ашыу Ғабдулла Ғиләжевтың тыуған ауылында хәтер кисәһен ойоштора.

Ғабдулла Ғиләжевтың уҡыусылары әйтеүенсә, хәтер кисәһе тәү сиратта йәш быуын өсөн мөһим. Улар Башҡортостан мәҙәниәте тарихында яҡты эҙ ҡалдырған бөйөк яҡташтары хаҡында белеп үҫергә тейеш. Илһөйәрлек тойғоһо ошондай сараларҙан башлана.

Рәмзиә Кәримова