Өфөнән Калинградҡа. Башҡортостан журналистары һәм блогерҙары өсөн Рәсәйҙең иң көнбайыш төбәгенә матбуғат туры ойошторолдо. Үҙенсәлекле сәйәхәттә ҡатнашыусылар Калининград өлкәһе мәҙәниәтен, тарихын өйрәнде, төрлө ҡалаларында булып иҫтәлекле урындар менән танышты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
8 мең ярымдан ашыу торбаларҙан торған орган. Рәсәйҙә һәм Европа илдәрендә башҡа бындай музыка ҡоралдары юҡ. Иң ҙур торбаның оҙонлоғо 10 метр ярым, ә иң ҡыҫҡаһыныҡы - 11 миллиметр. Орган моңдарын Кафедраль соборҙа - Калининградтың төп тарихи һәм мәҙәни үҙәгендә тыңларға мөмкин. Был урын философия белгесенең ҡәбере урынлашҡанға күрә, Иммануил Кант утрауы тип тә атала.
Туристарҙың иғтибарына лайыҡлы тарихи урындарҙың береһе - Отто Ляш блиндажы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төҙөлгән бункер әле музей итеп үҙгәртелгән. Ер аҫты нығытмаһы 7 метр тәрәнлектә, авиация һәм артилерия утынан һаҡлау маҡсатында төҙөлгән. Шуға ҡарамаҫтан, Совет ғәскәрҙәре Кёнигсбергты дүрт көн эсендә алған. Тап ошо бункерҙа капитуляция тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла.
Бында барыһы ла 80 йыл элек кеүек - Вермахт штабы етәксеһе һәм генерал кабинеты, хатта комендант Отто Ляштың төшкө ашы ла һаҡланған. Бүлмәләрҙә тарихи сәхнәләр һәм емерелгән ҡала урамдарын сағылдырыусы экспозициялар урын алған.
Ә ошолай? «Титаник» фильмының тәүге кадрҙары. Тап Калининград ҡалаһындағы Донъя океаны музейында һаҡланған «Мир» тәрән һыу аҫты тикшеренеүҙәрен ойоштороу өсөн аппарат файҙаланыла. Уның ярҙамында режиссёр Джеймс Кэмерон Төньяҡ Атлантикала экспедицияларҙа булып, билдәле кинокартинаһын төшөрә. Был аппарат менән Владимир Путин Байкал күле төбөнә лә сәйәхәт иткәйне.
Өфөнән Калининградҡа тиклем тура, туҡталыш яһамайса барып етергә мөмкин. Башҡортостанда Рәсәйҙән айырым урынлашҡан төбәк менән авиабәйләнеш булдырылған. Nordwind Airlines авиакомпанияһы ҡышҡыһын аҙнаһына ике, йәйгеһен өс тапҡыр оса. Самолеттар ябыҡ илдәрҙе Балтик диңгеҙенең нейраль һыуҙары буйлап урап үтә, шуға күрә осоу оҙайлығы арта. Хәҙер ул 4 сәғәт тирәһе.
Калининград өлкәһенә барыу - донъяның икенсе сигенә сәйәхәт итеү менән тиң. Ҙурлығы буйынса беҙҙең Белорет районынан бер аҙ ҙурыраҡ булған төбәк бай тарихты, мәҙәни мираҫ объекттарын, совет осоронда төҙөлгән биналарҙы берләштерә. Йәйгеһен туристарҙы диңгеҙ үҙенә тартһа, ҡышҡыһын - күп төрлө замок һәм музейҙар. Уларҙың иң билдәлеһе Янтарный ҡасабаһындағы Гәрәбә музейы. Бында һеҙҙе ысын ташты быяла һәм пластмастан яһалған әйберҙәрҙән айырырға өйрәтәләр. Гвардейск 13 быуатта төҙөлгән Тапиау замогы менән дан тота. Оҙаҡ ваҡыт ул төрмә булып хеҙмәт итә. Һуңғы тотҡонсы 2021 йылда сыға һәм бинала реконструкция эше башлана.
Башҡортостан журналистары һәм блогерҙары өсөн Калининград өлкәһе буйлап матбуғат туры 5 көн дауам итте. Был Рәсәйҙең иң көнбайыш төбәгенең төп иҫтәлекле урындары менән танышыу өсөн етерлек.
Әлфинә Килдейәрова