Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн программа булдырыла

Башҡортостан башлығы ошо турала белдерҙе. ““Геройҙар ваҡыты” тигән программа бар. Беҙҙеке “Башҡортостан геройҙары” тип атала. Республика проекты нигеҙендә идара итеүсе кадрҙар  әҙерләү ҡарала”, - тине Радий Хәбиров. “Ватанды һаҡлаусылар өсөн бындай программа ойоштороуҙы хуплайбыҙ. Ул яуаплы мәлдә илде яҡларға барған кешеләрҙе үҫтерергә, һәләттәрен асырға мөмкинлек бирергә тейеш”, - ти Башҡортостан хәрби бәрелештәр инвалидтары берлеге рәйесе, республика парламенты депутаты Әлфит Ниғмәтйәнов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән проект тиҙҙән старт алырға тейеш.