Башҡортостан менән Татарстан араһында хеҙмәттәшлек үҫә

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Башҡортостандың Татарстандағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Илсур Иҡсанов менән осрашты. Унда төбәк-ара саралар уҙғарыу, предприятиелар араһында хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды. Ике республика араһында дуҫлыҡ  һәм хеҙмәттәшлек тураһында тәүге килешеү 1991 йылда  төҙөлгән.