Ошо турала хөкүмәт ҡарары бар. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Василий Утин 1918 йылдың 17 декабрендә Баҡалы районында тыуа. 1939 йылда ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Ауыл мәктәбендә уҡыта. 1940 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Украинала барған ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.