Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко донъя кимәлендәге университет кампустары төҙөлөшө барышы менән таныштырҙы. Проектҡа ярашлы, быйыл Екатеринбургта Урал федераль университеты кампусы, Өфө һәм Калининградта яңы объекттар, Көньяҡ Сахалинда һәм Түбәнге Новгородта торлаҡ корпустар асыла. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса 2030 йылға тиклем илдә заманса 25 университет кампусы булдырылырға тейеш. 2036 йылға уларҙың һанын 40-ҡа еткереү маҡсаты ҡуйыла.