Көнбайышта - "Евровидение", беҙҙә - "Интервидение"

Президент Владимир Путин  быйыл  халыҡ-ара музыка конкурсын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.  Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. "Интервидение" Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә үткәрелә. Илдәр араһында мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсаты ҡуйылған. Конкурсты ойоштороу комитеты булдырыла, сараны уҙғарыу ваҡыты  аныҡланмаған.