Радий Хәбиров ҡала мөхитен яҡшыртыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 94 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү планлаштырыла. Бының өсөн 1 миллиард 200 миллион һум ҡаралған. Ҙур проекттар исемлегендә Өфөлә Ленин, Стәрлетамаҡта Киров исемендәге парктар, Салауатта Космонавтар бульвары бар. Шулай уҡ Октябрьский, Күмертау, Сибай, Межгорье, Ишембай ҡалаларында эштәр ҡаралған.