Башҡортостанда ҡаты көнүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү яҡшыра

Республика хөкүмәтендә ошо темаға кәңәшмә үтте. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2030 йылға тиклем 200-ҙән ашыу контейнер майҙансығы булдырыла, 4 мең контейнер алыу планлаштырыла. Шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы ташыу өсөн махсус техника паркы яңыртыла.