Башҡортостанда һөт рейтингы иғлан ителде

Саҡмағош районынан  “Герой”, Мәләүездең “Ашҡаҙар”, Йәрмәкәйҙән “Төньяҡ Нива - Башҡортостан” , Стәрлетамаҡтың Калинин исемендәге хужалыҡ  һәм Дүртөйлөнән “Ленин” исемендәге тоҡомсолоҡ заводы һөт етештереүсәнлек  буйынса тәүге бишәү иҫәбенә инде.  Был хужалыҡтарҙа һәр һыйырҙан көнөнә 30 килограмдан ашыу һөт һауыла. Уҙған йыл республикала 794 мең тоннанан ашыу һөт етештерелгән, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.