Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылы халҡы урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнаша


Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылы халҡы урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып урындағы мәктәп тәҙрәләрен яңыртырға ҡарар иткән.

Халыҡ теләге дөйөм йыйылышта һәм анкета уҙғарыу һөҙөмтәләре буйынса раҫланған. Проект еңеп сыҡҡан осраҡта ауыл халҡы һәм бағыусылар тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер. Күптән түгел Мәтәүбашта программаға теләктәшлек йөҙөнән ҡышҡы йәрминкә уҙғарылған. Һатыуға ауыл халҡы үҙ хужалығында етештерелгән аҙыҡ-түлек, ҡул эштәре һәм ҡамыр аштары сығарылған. Йәрминкәнән килгән аҡса белем усағын яңыртыуға йүнәлтеләсәк. Ауылдаштар спорт уйындарында ла көс һынашты.