Быйыл Башҡортостанда 94 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла


Был турала Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Ҡала мөхите сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә билдәләнде.Реновация «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса үтә һәм уға миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Өфөлә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйылған Ленин исемендәге парк, Стәрлетамаҡта Киров исемендәге парк, Салауатта Космонавтар бульвары, шулай уҡ төбәктең башҡа мөйөштәрендәге йәмәғәт биләмәләре яңыртыла. Төҙөкләндероү эштәренең бер өлөшө 2026 йылда тамамлана. Аҡса «Йәшәү өсөн инфраструктура» яңы милли проектынан бүленә. Тағы ла 70 биләмәне башҡа программалар буйынса яңыртыу ҡарала. Кәңәшмәлә торлаҡ-коммнуаль хужалыҡ темаһы ла күтәрелде.


Был ҡышты беҙ штат режимында сығып киләбеҙ. Авариялар булһа ла, улар күмәк халыҡҡа, торлаҡ йорттарға ҡағылманы Белорет, Учалы, Күмертау ҡалаларында теркәлгән һуңғы осраҡтарға бәйле оператив саралар күрелде.

Ирина Голованова, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры

Кәңәшмәлә шулай уҡ тарихи биналарҙы тергеҙеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Өфөлә Яҙыусылар союзы йортон ремонтлау яҙғыһын «Китап-байрам»ға тамамлана. Башҡортостан башлығы шулай уҡ Бөтә Рәсәй иң яҡшы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсына Кушнаренколағы Топорниндар ихатаһын төҙөкләндереүгә заявка биреү мәсьәләһен ҡайтанан ҡарарға ҡушты.