Бөтәбеҙгә бер еңеү. Бүздәк районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарына даими ярҙам күрһәтә. Гуманитар ылау әҙерләүгә барлыҡ учреждениелар, эшҡыуарҙар, ябай халыҡ ҡушылған.
Бүздәк районында өс ирекмәндәр штабы эшләй. Диңгеҙселәр йыйылышының Бүздәк филиалында ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үреү менән мәшғүл. Улар алғы һыҙыҡҡа 150-нән ашыу селтәр оҙатҡан. Миҙгелгә ҡарап материалдар - ҡышҡылыҡҡа аҡ, көҙгә һоро, йәйгә аҡ таҫмалар һайлана. Штабта маскировка селтәре үреү өсөн махсус ҡоролма ла ҡуйылған. Ирекмәндәр әйтеүенсә, был эште күпкә еңеләйткән һәм тиҙләткән.
Штабта маскировка селтәрен үреүҙән тыш гуманитар ылау туплана. Ошонда уҡ алғы һыҙыҡтан алып ҡайтҡан экспонаттарҙан күргәҙмә ойошторолған. Маскировка селтәре үреүселәр араһында хаҡлы ялдағы ололар ҙа, йәш быуын вәкилдәре лә бар. Өс ирекмәндең улы махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә, таҫмаларҙы изге теләктәргә ҡушып үрәбеҙ, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, ти улар.