Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашты. Биләмәлә медицина ярҙамы сифаты ла яҡшырған, яңы модулле участка дауаханаһы сафҡа индерелгән. Эш сәфәре барышында Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы биләмәһендә күренекле дәүләт эшмәкәре, сирек быуатҡа яҡын БАССР-ҙың Министрҙар Советын етәкләгән Зәкәриә Аҡназаровҡа бюст та асылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Урғаҙа ауылында йәшәүселәр өсөн көтөп алынған ваҡиға - яңы ғына сафҡа ингән социаль-мәҙәни үҙәк сәхнәһендә беренсе концерт. Урындағы үҙешмәкәр коллективтар бер һүҙҙән 300 урынлыҡ тамаша залының уңайлы, заманса булыуын билдәләй. Иҫке мәҙәниәт йорто менән сағыштырырлыҡ та түгел, килеп инеү менән ижад донъяһына сумаһың,- ти «Ялан» фольклор ансамбле солистары.
Яңы социаль-мәҙәни үҙәктең дөйөм майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу. Бер ҡыйыҡ аҫтында китапхана, компьютер студияһы, тренажер залы, балалар сәнғәт мәктәбе урынлашҡан. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров учреждение эшмәкәрлеге менән танышып, ауыл үҫешендә ошондай күп функциялы мәҙәни үҙәктәрҙең мөһимлеген билдәләне.
Үҙәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплау өсөн дә айырым кабинет бүленгән. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы бүлексәһе лә эшләй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән осрашып, республика алғы һыҙыҡтағылар һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк тине.
Урғаҙа ауылында йәшәүселәр билдәләүенсә, совхоз тарҡалғандан һуң утыҙ йыл биләмәгә тейешле иғтибар бүленмәгән. 2020 йылдың декабрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында урындағы халыҡ менән осрашҡанда, тәү сиратта, хәл ителергә тейешле мәсьәләләр билдәләнә. Ыңғай үҙгәрештәр оҙаҡ көттөрмәй.
Беренсел медицина ярҙамы сифатын күтәреү - республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Урғаҙа ауылында яңы модулле участка дауаханаһы сафҡа индерелгән. Бында ун ауылдан өс мең ярымға яҡын кеше хеҙмәтләндерелә, амбулатор һәм стационар шарттарҙа дауаланыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған
Биләмәлә медицина учреждениеһы быға тиклем дә эшләгән. Әммә 1965 йылғы элекке бина заман талаптарына яуап бирмәгән, эшлектән сыҡҡан була. Яңыһына килгәндә, ул ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән, бында бер педиатрия һәм ике терапия участкалары эшләй.
Һуңғы биш йылда республикала ауыл медицинаһы инфраструктураһын нығытыуға иғтибар көсәйҙе генә. Кадрҙар менән тәьминәт мәсьәләһенә лә иғтибар көслө. Урғаҙа ауылына килгәндә, ул район үҙәгенән алыҫ. Шуға айырым участка дауаханаһына ла ихтыяж юғары.
Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ятағы ла яңырыу кисергән. Студенттарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Радий Хәбиров әүҙем йәштәр менән осрашып, уларҙың киләсәккә маҡсаттарын һорашты. Күптәр диплом алғандан һуң һөнәрҙәре буйынса ауыл хужалығында ҡалырға иҫәп тота
Урал аръяғы колледжы күренекле дәүләт эшмәкәре, 1962-1986 йылдарҙа БАССРҙың министрҙар советы рәйесе Зәкәриә Аҡназаров исемен дә йөрөтә. Урта махсус уҡыу йорто эргәһенә ҡуйылған бюст та шәхестең исемен мәңгеләштерә. Төбәк башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө көн Баймаҡ районы өсөн генә түгел, тотош Башҡортостан өсөн иҫтәлекле булыуын билдәләне. Был - республиканың арҙаҡлы улына оло хөрмәт, ихтирам күрһәтеү.
Тантанала ҡатнашҡан Зәкәриә Аҡназаровтың балалары, туғандары республика, уҡыу йорто етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Күренекле шәхестең исемен мәңгеЛәштереү эше дауам итәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Зәкәриә Аҡназаров исемендәге айырым дәүләт наградаһы булдырыу башланғысы - шулар иҫәбендә.
Баймаҡ районы, ғөмүмән, Урал аръяғын үҫтереү эше артабан да дауам итәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре аҙағында юл ремонты һәм төҙөлөшөнә иғтибарҙы көсәйтеү мөһимлеген билдәләне.
Гөлназ Хәйбуллина