Ҡала өсөн мөһим юл объектында күләмле төҙөлөш 50 процентҡа әҙер. Әле участкала 150 эшсе эшләй, тиҫтәләгән берәмек техника йәлеп ителгән. Реконструкция килешеү графигы буйынса алып барыла. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар көтөп алған Ағиҙел күпере быйыл август аҙағында асыласаҡ тип күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өс йыл элек ремонтҡа ябылған Ағиҙел күперендә төҙөлөш эштәре тынмай. Эшселәр 11 тимер конструкцияның һигеҙен алмаштырып, ҡеүәтле арканы яңыртыу менән мәшғүл. Төҙөлөш проектына ярашлы күперҙең тышҡы ҡиәфәте, дизайны һаҡланып ҡаласаҡ - уның иҫке өлөшөн яңыртыу, конструкцияларҙы алмаштырыу өсөн 4 млрд һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән.
Етмеш йыл элек төҙөлгән Ағиҙел күпере иҫкереү сәбәпле уның буйынса хәрәкәт итеү хәүефле тип табылды һәм ремонт үткәреү көн талабы булып тора. Күпер аҫтындағы юл водителдәр өсөн генә түгел, йәйәүлеләр өсөн дә сикле. Машиналар Ағиҙел яры буйына төшә ала, тик хәрәкәт итеү «Юность» бассейнына тиклем генә рөхсәт ителә.
Былтыр яҙғы ташҡында һыу күтәрелеүгә бәйле реконструкция бер аҙ тотҡарланып тора. Әммә дөйөм алғанда эш контракт буйынса алып барыла. Ағиҙел күпере быйыл август аҙағында асыласаҡ тип күҙаллана.
Флорида Ким