Легендар музыканттар- Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө егеттәре «Ел моңо» тип исемләнгән фестиваль әҙерләй. Йыр-моң байрамы өс көн дауамында -7,8,9 февраль «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә.
Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өс уникаль проект шаһиты буласаҡ. Һуңында улар күләмле бер музыкаль күренешкә әйләнә. Фестивалдең тәүге көнөндә тамашасылар «Ҡурайсы» этно төркөмөнөң концертын ҡарай ала. Музыканттар халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫ өлгөләре менән бер рәттән донъяуи кинематографиялағы саундтректар ҙа ишетә ала. Фестивалдең икенсе көнө бейеүгә арнала. Ә бына өсөнсө тамашала этномузыка иленә сәйәхәт көтөлә.