Өфөнөң «Динамо» стадионында «Арала боҙҙар ирей» эстафетаһы уҙҙы


Унда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры менән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары көс һынашты. Сәхнә йондоҙҙары конькиҙа шыуып төрлө ҡаршылыҡтар аша үтте. «Арала боҙҙар ирей» эстафетаһында ҡатнашыусылар физик һәләттәрен күрһәтте, уйындарҙа ҡатнашты. Киләсәктә лә республиканың ике билдәле театры берҙәм саралар, туристик походтар ойошторорға һөйләште.