“Башҡорт вахтаһы” проекты ярҙамында 500-ҙән ашыу кеше эшкә урынлашҡан

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың төрлө район-ҡалаларында 44 осрашыу уҙған. Уларҙа Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителгән.