Йәммәттәр Үҙәк урамға ҡырсынташ түшәргә ниәтләй

Шаран районы ауылдары урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша. Быйыл Йәммәт ауылы был программаға ҡушылды. Ауылдағы Үҙәк урамға йәйеү өсөн ҡырсынташ-ҡом ҡатнашмаһы алыу проектын халыҡ дәррәү хупланы. Урында йәшәүселәр урамдың төҙөк һәм матур булыуын теләй. Йәммәт кешеләре программала еңеү яулауына оло ышаныс белдерә.

#ППМИ2025 #Емметово #ШаранскийРайон