Радий Хабиров «Рәсәйҙә эш» модулле күп функциялы кадрҙар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты


Башҡортостан башлығы Радий Хабиров Сибайҙа асылған «Рәсәйҙә эш» модулле күп функциялы кадрҙар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. «Демография» милли проекты буйынса төҙөлгән объект былтыр декабрҙә файҙаланыуға тапшырылғайны.

Бында урындағы халыҡҡа эш табыу, өҫтәмә һөнәри белем алыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, эшкә урынлашыу, резюме тултырыу буйынса консультациялар бирелә. Электрон сират, яңы хеҙмәттәр һәм сервис барлыҡҡа килгән. Ата-әсәләргә уңайлы булһын өсөн махсус рәүештә балалар зонаһы ла йыһазландырылған, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлы мөхит тыуҙырылған. Төбәк етәксеһе яңы кадрҙар үҙәге мөмкинлектәрен юғары баһалап, эшмәкәрлектә халыҡтың һорауҙарын хәл итеүгә шәхсән ҡараш булыуын билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибай кадрҙар үҙәге өсөн айырым модулле бина төҙөлгән өс тораҡ пункт исемлегенә инде.