Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре, ҡатындары, балаларының оло ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Юғары награда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған батырҙарға ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелде. Төбәк етәксеһе геройҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау мөһимлеген билдәләп, ысын ир-егеттәр, Ватан һаҡсыларын тәрбиәләгән яҡташтарыбыҙға рәхмәтен белдерҙе. Ғаиләләргә тейешле иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеләсәк.