Кәрәк-яраҡтар “Башҡортостан” полкы, Шайморатов һәм Доставалов батальондары, “Ватан” отряды һалдаттарына тәғәйенләнә. Шәхси посылкалар иртәгәнән ҡабул ителә башлай. Хәрбиҙәргә аҙыҡ-түлек, генератор, квадрокоптер, рация, төндә күреү приборы, тепловизорҙар кәрәк. Шулай уҡ йылы һәм эске кейем, гигиена әйберҙәре туплана. Бандеролдәрҙе 17 февралгә тиклем “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләрендә ҡалдырырға була. "Башсельхозтехника" ойошмаһының келәте Зубов ауылында урынлашҡан.