Радий Хәбиров Башҡортостан ғалимдары алдында өс бурыс билдәләне

Республика Башлығы "Фән сәғәте"н уҙғарҙы. Рәсәй фәндәр академияһының  Өфө  тикшеренеүҙәр үҙәге коллективы  йәш кадрҙар әҙерләү буйынса эшләргә тейеш. -Беҙҙең университеттарҙы тамамлаусыларҙың карьераһын республика иҡтисадының фәнни һәм технологик йүнәлештәрендә дауам итеүе мөһим. Шулай уҡ алдынғы технологиялар, инновацияларҙы ҡулланыу буйынса эш алып барырға кәрәк. Өсөнсө бурыс - тикшеренеүҙәрҙең иҡтисадта, аграр тармаҡта, социал өлкәлә ҡулланылыуы шарт, - тине Радий Хәбиров.