«Өфө» халыҡ-ара аэропорты «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһында еңеү яуланы


Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһында еңеү яуланы. Ул «Йылына 2-6 миллион пассажир ағымы булған иң яҡшы аэропорт» номинацияһында уңыш ҡаҙанды. Коллективтың юғары тармаҡ наградаһына лайыҡ булыуы менән Радий Хәбиров ҡотланы.

Баш ҡала аэропорты бер нисә йыл инде илебеҙҙә алдынғы булып ҡала. Бында инфраструктураны әүҙем яңыртыу дауам итә. Аэровокзалдың майҙаны 55 мең квадрат метрға тиклем арттырылды, үткәреү һәләте хәҙер сәғәтенә 2 мең 300 кешенән ашып китә. Парковкалар һәм вокзал яны майҙанына инеү урындары киңәйә, тиҙҙән бында яңы ҡунаҡхана барлыҡҡа киләсәк. Пассажирҙарға һәм аэропорт хеҙмәткәрҙәренә уңайлылыҡтарҙы арттырыу өсөн башҡа пландар ҙа бар. Тағы ла бер тапҡыр аэропорт коллективын ҡотлайым һәм эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, тип яҙған Башҡортостан башлығы.