Рәсәй студенттары көнө уңайынан Өфөлә йәштәр фестивале үтте


Көрәш Һарайы майҙанында ойошторолған сарала 1700 студент ҡатнашты. Фестивалдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны, йәштәр менән аралашты. Майҙанда профориентацияға арналған һөнәри күргәҙмә лә эшләне. Һәләтле йәштәр республика предприятиелары белгестәре менән аралашып, ойошма эшмәкәрлеге менән танышты, үҙҙәренә тап килгән вакансияларҙы ҡараны. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Һәләтле йәштәр - бер майҙанда. Өфөлә үткән студенттар фестивале мең ярымдан ашыу егет-ҡыҙҙы берләштерҙе. Бай йөкмәткеле сарала ижади хыялдарҙы тормошҡа ашырыу, гранттарҙа ҡатнашыу, вуздарҙа яҡташтар ойошмаларын үҫтереүгә бәйле асыҡ һөйләшеүҙәр ойошторолдо.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙе сәләмләп, республика етәкселеге һәләтле, тырыш яҡташтарға һәр саҡ күп яҡлы ярҙам күрһәтергә әҙер тип белдерҙе. Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа профессиональ үҫеш өсөн мегаполистарҙағы кеүек үк шарттар тыуҙырылған. Ғөмүмән, Башҡортостан сәнәғәт, фәнни-техник үҫеш, бизнес өсөн инвестиция климаты йәһәтенән илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Тышҡы иҡтисади үҫеш буйынса ла һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыла.

Төбәк етәксеһе Көрәш һарайында ойошторолған һөнәри күргәҙмә менән танышты. Йәштәргә тәҡдим ителгән спорт һәм ижад майҙансыҡтары иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Яһалма интеллект ярҙамында Өфөнөң киләсәк торошо, интерактив уйындар һәм башҡа заманса ҡушымталар презентацияһы үтте.

Йәштәр фестивалендә Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияға бағышланған күргәҙмә менән танышып, урында уҡ эшлекле тәҡдимдәрҙе хәл итеү юлдарын билдәләне.

Фестивалдә иң әүҙем ирекмәндәр һәм уҡыу алдынғылары Башҡортостан башлығы тарафынан рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Күләмле фестиваль сағыу концерт менән тамамланды.

Флорида Ким