Нефтекама ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә патриотик оҫтаханалар эшләй


Акция инде икенсе тапҡыр уҙғарыла һәм яугирҙарға ярҙам итергә теләүселәр артҡандан-арта. Унда ҡатнашыусылар маскировка селтәрҙәре үрҙе, окоп шәмдәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләне. Был юлы етегә яҡын секция эшләне. Ирекмәндәр шулай уҡ оҙаҡ һаҡлана торған имбирь печеньеһы ла бешерҙе. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙарға тәмле күстәнәс әҙерләне.


Был печеньены тәүҙә улыма бешереп ебәргәйнем. Ул ныҡ оҡшатты. Хәҙер иптәштәренә лә ебәрергә булдыҡ.

Гөлназ Хәзиева, яугир әсәһе

Һәр майҙансыҡ - уртаҡ эшкә тос өлөш индереүсе урын. Маскировка селтәрҙәренә беҙҙең яугирҙар хеҙмәт иткән барлыҡ йүнәлештәрҙә лә һорау ҙур. Шулай уҡ күңел йылыһын биреп яҙылған хаттар һәм ҡурсаҡ бетеүҙәр ҙә яугирҙарға хуш килә.


Бындай саралар даими үтә. Әлеге ваҡытта яуҙа булған кешеләргә матди һәм рухи ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға шатбыҙ.

Варвара Атнабаева, Нефтекама ҡалаһының 6-сы мәктәбе уҡыусыһы