Өфөлә Роза Аҡкучукованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды


Алтын балдаҡ. Ошондай исем аҫтында Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды. Экспозицияларҙа сәхнә оҫтаһының шәхси әйберҙәрен, афишаларҙы, автографлы китаптарын һәм башҡа ҡомартҡыларҙы күрергә мөмкин. Милли музейҙағы күргәҙмәне асыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Халыҡсан, үҙенсәлекле моң эйәһе Роза Аҡкучукова бер нисә быуын тамашасыһының яратҡан йырсыһы. Уның башҡарыуындағы халыҡ йырҙары ла, композиторҙар әҫәрҙәре лә тамашасыларҙың һөйөүен яулай, киң популярлыҡ ала. Сәхнә оҫтаһы ғүмер буйы һайлаған һөнәренә, сәхнәгә, ижадҡа тоғро ҡала, үҙенең йырҙары менән тыуған төйәген данлай, башҡорт сәнғәтен пропагандалай. Йәшлектең матур хәтирәләре Роза Сабирйән ҡыҙы менән бәйле, ти Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артсы Нәзифә Ҡадирова.

Күргәҙмәлә тамашасыларға яҡшы таныш сәхнә костюмдарын, биҙәүестәрҙе, концерт афишаларын, дәүләт наградаларын, рәхмәт хаттарын күрергә мөмкин. Экспонаттарҙы Роза Аҡкучукова яратҡан рауза сәскәләре биҙәй. Ошонда уҡ сәхнә оҫтаһының тормош иптәше, халыҡҡа «Бағанай» ҡушаматы менән билдәле Фәрит Шәйхетдиновҡа арналған экспозиция урын алған. Роза Сабирйән ҡыҙы ижадты ла, ғаилә тормошон да берҙәй оло яуаплылылыҡ менән алып бара. Тормош иптәшенә хәстәрлекле ҡатын була, улы Русландың ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора.

Роза Аҡккучукованың сығышын республиканың һәр төбәгендә көтөп алалар. Сәхнә оҫтаһы оҙайлы гастролдәргә ҡарамаҫтан һәр саҡ туғандары, яҡындары өсөн ваҡыт таба, уларҙы иғтибары, һөйөүе менән сорнай. Тыуған яғы-Белорет районы Абҙаҡ ауылы менән дә бәйләнеште өҙмәй.

Роза Аҡкучукованың ғүмере 4 йыл элек мәкерле коронавирус сиренән өҙөлә. Әммә сәхнә оҫтаһының исеме, йырҙары халыҡ күңелендә йәшәй. Ә Милли музейҙағы эспозицияларҙа Роза Сабирйән ҡыҙының рухын, күңел йылһын тойорға мөмкин, күргәҙмә 26 февралгә тиклем дауам итә.

Рәмзиә Кәримова