Башҡортостанда ир-егеттәр контракт килешеүе буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул ителә


Егеттәр «Һаҡсы» үҙәгендә «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса медицина тикшереүе үтә, банк картаһы аса һәм документтарҙы туплап алғы һыҙыҡҡа юллана ала. Үҙәктә анализдар тапшырыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү бүлмәләре ҡаралған. Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Хәрби контракт төҙөүсегә үҙе менән документ һәм юлға сығыу өсөн кәрәк-яраҡтар алырға ғына кәрәк. Килешеү теркәлгәс тә яугирҙар алғы һыҙыҡҡа юллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда яңы йылдан бер тапҡыр бирелә торған аҡсаның күләме 2 миллион һумға тиклем арттырылды. Өфөнән контрактсылар өсөн түләү 700 мең һумғаса еткерелде.