Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында яндан уҡ атыу буйынса асыҡ милли турнир үтте. Балалалар араһында тәүгә ойошторолған спорт сараһы мәғариф учреждениеһының 80 йыллығына арналды. Ярышта республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу уҡсы бәйге тотто. Ҡуйылған талаптарға ярашлы, ҡатнашыусылар боронғо милли кейемдәрҙә сығыш яһаны. Был шулай уҡ судьялар иғтибарынна ситтә ҡалманы.
Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың мәргәнлеген гимназия-интернат уҡыусылары баһаланы. Был тәңгәлдән уларҙың тәжрибәһе етерлек. Баһалама ағзалары янды тота белеү, кереште тартып уҡты сәпкә тейҙереү оҫталығынан тыш, спортсыларҙың кәүҙәне тотошона ла иғтибар итте. Ошо талапты үтәмәй, аяҡ-ҡулдарҙың ҡаймығыуы ла ихтимал.