Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты «Рәсәйҙең Һауа ҡапҡалары» милли премияһына лайыҡ булды. Был илдә иң абруйлы тармаҡ наградаларының береһе.
Былтыр эске һәм халыҡ-ара терминалдарҙы берҙәм архитектура формаһына берләштергән ҙур технологик ҡоролма сафҡа инде. Махсус ҡыйыҡ хәҙер кешеләрҙе ҡояш нурынан, ямғырҙан һәм ҡарҙан һаҡлай. Бер үк ваҡытта Өфөнөң юбилейына инеү контроле, пассажирҙарҙы теркәү һәм осош алдынан тикшереү зоналары реконструкцияланды. Багаж бүлеге һәм эске терминалдың көтөү зонаһы ла киңәйтелде. Бар был үҙгәрештәр эксперт комиссияһының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Милли премия еңеүсеһен билдәләгәндә пассажирҙар уңайлығына һәм инфраструктураға төп иғтибар бүленә.
Былтыр, «Өфө» эаропорты 70 йүнәлеш буйынса 19 меңгә яҡын рейсты хеҙмәтләндергән. Башҡортостандың һауа ҡапҡаһы етәкселеге аэровокзал инфраструктураһын артабан үҫтереү буйынса ҙур пландар ҡора. Хәҙер иҫке эске терминал бинаһының осоу зонаһын модернизациялау өҫтөндә эш алып барыла. Быйыл 150 номерға иҫәпләнгән заманса ҡунаҡхана комплексын файҙаланыуға тапшырыу көтөлә.