Быйыл йәй Өфө үҙәгендә 1 мең 100 түләүле парковка урыны барлыҡҡа киләсәк


Был турала бөгөн журналистар менән осрашыуҙа баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, әлеге ваҡытта муниципаль контракттарға ҡул ҡуйылған. Ҡар иреү менән халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эше башлана, мәғлүмәт системаһының ниндәй тариф һәм нисек эшләүе менән таныштырыу ҡарала. Шулай уҡ юлдарға тейешле билдәләр һәм тамғалар ҡуйырға кәрәк, - тине ҡала мэры.

Бынан тыш быйыл Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә трамвай селтәрҙәрен реконструкциялау башлана. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 2 миллиард һум бүленә. Әлеге ваҡытта ҡала милкендә Польшала етештерелгән 20 трамвай иҫәпләнә, тағы ла шунса электр транспорты яҡын арала ҡайтарылыр тип көтөлә, ә сентябргә уларҙың һаны 69-ға тиклем арта. Ҡала мэры «Песа» трамвайҙарының сифаты менән ҡәнәғәт булыуын билдәләне.