Саҡмағош районы үҙәгендә йәшәүсе Марсель Әшрәпов махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға баян моңдары яҙҙыра. Хәрби музыканы башҡарған видеояҙмаларҙы ул былтырҙан алып атаһы - «Чикаго» ҡушаматлы яугир һәм уның хеҙмәттәштәренә арнап төшөрә. Марсель менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Яугирҙар һорауы буйынса «Смуглянка», «Прощание славянки» һәм башҡа хәрби йырҙар. 14 йәшлек Марсель махсус хәрби операцияла булған атаһы, уның хеҙмәттәштәренең кәйефен күтәреү ниәте менән видео-сәләмдәр ебәрә.
Баянда оҫта уйнаусы үҫмер алғы һыҙыҡтан рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, тағы ла дәртләнә.
Марселдә музыкаға һөйөүҙе уның әсәһе уята. Оҙаҡ һайланғандан һуң, малай үҙе баян класына уҡырға инергә теләк белдерә. Былтыр музыка мәктәбен уңышлы тамамлаған үҫмер район, республика конкурстарында ҡатнаша, Саҡмағошта үткән бер концерттан да ситтә ҡалмай. Бынан тыш, үҙаллы ҡыллы музыка ҡоралдарын - укулеле һәм гитараны ла үҙләштерә. Ағаһының Асҡар ҙа ҡалышмай. Әле беренсе синыфта уҡыуған малай фортепианола уйнарға өйрәнә.
Үҫмер музыка мәктәбен былтыр тамамлаһа ла, дәрестәрҙе әле лә ҡалдырмай, баянда уйнау камиллығын арттыра. Марсель баянсылар ансамбле солисы ла. Әле коллектив 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап концерт әҙерләй.
Ил һаҡсылары хөрмәтенә ойоштороласаҡ тамашаға музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре етди әҙерләнә. Сарала ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдаттарҙың да ҡатнашыуы көтөлә. Сәхнәләге концерт номерҙары видеоға төшөрөлөп, йәнә махсус хәрби операция тарафтарына юлланасаҡ. Йыр-моң тыуған яҡтарынан алыҫта, ил һағында торған яугирҙарға ла рухи көс өҫтәр.
Әлфинә Килдейәрова