Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында хәрби хәбәрселәр фотокүргәҙмәһе асылды. Эштәрҙең күбеһен «Башинформ» агентлығы журналисы Эдуард Ҡусҡарбәков тәҡдим итте.
Үҙенең командировкалары ваҡытында ул бик күп фотоһүрәттәр төшөрә. Кадрҙарҙа нацистар тарафынан емерелгән ҡалалар һәм ауылдар. Шулай уҡ автор фотоһүрәттәрендә «Башҡортостан» полкы яугирҙарының хәрби әҙерлек ваҡытын һәм фронттағы йәшәү шарттарын сағылдырған. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар студенттарға хәрби хәбәрселәрҙең алғы һыҙыҡтағы эше тураһында ла һөйләне. Улар фронттағы хеҙмәткәрҙәрҙең статусын күтәреү буйынса төбәк башлығы башланғысы менән эш алып барылыуын билдәләне.