Шаран районы халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша


Һуңғы йылдарҙа Шаран районында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса 48 миллион һумлыҡ 43 проект тормошҡа ашырылған. Шарандар быйыл да программала әүҙем ҡатнашмаҡсы. Әлеге ваҡытта төбәк ауылдарында быйыл тормошҡа ашырыласаҡ проекттар раҫланған. Ерекле ауыл советына ҡараған Таллыкүл ауылы халҡы конкурста еңгән осраҡта урындағы зыяратты төҙөкләндерергә ниәтләй. Смета билдәләнгән, сығымдарҙың күпселек өлөшө республика бюджетынан, ҡалғаны урындағы халыҡ һәм ауыл биләмәһе бюджеты иҫәбенә ҡапланасаҡ. Ошо көндәрҙә «Беренселәр хәрәкәтенең» урындағы бүлексәһе ағзалары программаға теләктәшлек күрһәтеп, Ибраһим Абдуллин исемендәге шишмә тирә-яғын тәртипкә килтергән. Ауылдаштар фекеренсә, бындай программалар тормош сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Райондың Шаран ауыл советына ҡараған Тархан ауылы халҡы ла быйыл урындағы зыяраттың ҡоймаһын яңыртыуҙы тамамларға иҫәп тота. 2023 йылда урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында 400 метр арауыҡта иҫке ҡоймалар алыштырылған да инде. Быйыл ауылдаштар йәнә программала ҡатнашып, изге эште тамамлап ҡуйырға ниәтләй.