Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Ватанды һаҡлаусылар йылын асыу тантанаһы һәм йәмәғәт ойошмаһының алдағы биш йылдағы проект эшмәкәрлеге буйынса «Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһы уҙҙы.
Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6 съезында ойошманың Президиумы һәм Башҡарма комитеты составы яңыртылды. Әле ағзалар комиссияларға бүленгән, муниципаль берәмектәрҙә съезд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса йыйындар ойошторола. Тематик йылға килгәндә, 2025 йыл Ватанды һаҡлаусылар девизы аҫтында үткә, Республика башлығы ла был башланғысты хуплаған. Ҡоролтай 2020 йылдан һәр йылды бер темаға бағышлай һәм ошо йүнәлештәге саралар планын тормошҡа ашыра. Ватанды һаҡлаусылар йылында ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү күҙ уңында тотола. Бында француз яуында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙ ҙа, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары ла, махсус хәрби операция геройҙары ла күҙ уңында тотола. Муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт халҡы күпләп йәшәгән урындарҙа «Минең махсус хәрби операция геройым», «Беҙ - данлы яугирҙарҙың вариҫтары» йүнәлештәре буйынса саралар уҙғарырға тәҡдим ителә.
«Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһына килгәндә, сарала ҡатнашыусылар 10 командаға бүленеп, төрлө йүнәлештәр буйынса эшләне, көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләне, уларҙы хәл итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ресурстарҙы барланы, аныҡ ысулдар билдәләне һәм эксперттар алдында презентация менән сығыш яһаны. Стратегик сессия йомғаҡтары буйынса алдағы биш йылда башҡорт халҡын артабан үҫтереү һәм туплау өсөн аныҡ проекттар әҙерләү ҡарала. Киләһе йылдарға эш планында ла бай тарихыбыҙҙы һаҡлау, йәш быуынды илһөйәрлек тәрбиәләү айырым урын биләй.