ӨФТУ ғалимдары яман шеш менән сирләүселәр өсөн импланттар эшләй


Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары яман шеш менән сирләүселәр өсөн импланттар эшләй. Улар зарарланған һөйәк участкаларын алмаштырырға ярҙам итәсәк. Рәсәй фәне көнө алдынан Өфө фән һәм технологиялар университетында биомедицина тәғәйенләнешендәге металл ҡоролмаларын прототиплау лабораторияһы асылды. Ул юғары уҡыу йортоноң «Приоритет - 2030» дәүләт программаһы сиктәрендә Мәскәүҙең Николай Блохин исемендәге онкология милли медицина тикшеренеү үҙәге менән берлектә тормошҡа ашырылған. Хәҙерге технология һөйәктең һығылмалылығына яҡынайтып махсус күҙәнәкле имплант баҫтырырға мөмкинлек бирә. Артабан ул пациенттың зарарланған һөйәк туҡымаһына ҡуйыла.


Фәнни хеҙмәт тотош ил өсөн әһәмиәтле. Уны беҙ Мәскәүҙең Николай Блохин исемендәге онкология милли медицина тикшеренеү үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә алып барабыҙ. Ошондай уҡ заманса ҡоролмалар илдең башҡа төбәктәрендә лә файҙаланыла. Әммә әлегәсә беҙҙәге кеүек алым уйлап сығарылмаған. Яҡын арала фәнни эшкә патент алыу күҙаллана.

Нариман Йәнекәев, физика-математика фәндәре докторы