Өфөлә Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исеме бирелеүгә бәйле яҡташтар йыйыны уҙғарылды


Тантаналы сараға Башҡортостан Хөкүмәте, ҡала хакимиәте етәкселеге, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм хеҙмәт ветерандары саҡырылды. Почетлы ҡунаҡтар үҙ сығышында Ишембайҙың сәнәғәт үҫешенә бәйле тарихи мәғлүмәттәр, видеояҙмалар менән уртаҡлашты. Осрашыу майҙансығында тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан күсмә күргәҙмә лә эшләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ишембай нефтселәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә, СССР-ҙа табылған ҡара алтындың дүрттән бер өлөшө тап Башҡортостандың көньяғында сығарыла.

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы стелаһы Ишембайҙың иң яҡшы урындарының береһендә халыҡ менән кәңәшләшеп ҡуйыласаҡ. Биләмәгә юғары статус бирелеүгә бәйле күләмле саралар, төҙөкләндереү эштәре планлаштырылған. Әле Башҡортостан башлығы Указы әҙерләнә. Эшлекле осрашыуҙа документты байытыуға бәйле тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.