Делегацияны Радий Хәбиров етәкләй. - Ике республика араһында ныҡлы эшлекле мөнәсәбәттәр урынлашҡан. Тауар әйләнеше арта, сәнәғәттә, ауыл хужалығында үҫеш бар. Сәфәр барышында мәҙәниәт, туризм өлкәһе проекттарға ла иғтибар була. Былар барыһы ла системалы эш,- тине Радий Хәбиров. Бөгөн Беларусь етәкселеге менән осрашыу, төрлө предприятиеларҙа булыу планлаштырылған.