Айлыҡ түләү 4,4 процентҡа индексациялана. Был турала премьер-министр Михаил Мишустин белдерҙе. Хәрби пенсия уҙған йылдың октябрендә 5,1 процентҡа артты. Йыл һөҙөмтәләре буйынса инфляция 9 ярым процент булды. Хәҙер ошо айырманы компенсациялайҙар. Түләүҙәр ғинуар айынан башлап иҫәпләнә.