Минскиҙа ошо турала документҡа ҡул ҡуйылды. Беҙҙең республика делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияла. - Инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ. Һалым ташламалары, субсидиялар биреү ҡаралған, - тип белдерҙе беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Шулай уҡ Башҡортостанда Белоруссия ойошмалары ҡатнашлығында ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге ҡаралған. Уларҙың дөйөм суммаһы 15 миллиард һум.