Башҡортостанда ҡар мотоциклы хужаһы документһыҙ йөрөгән

Уны "Ҡаргиҙәр" операцияһы барышында туҡтатҡандар. 34 йәшлек ирҙең водитель танытмаһы булмаған. Ҡар мотоциклы теркәлмәүе асыҡланған. Хужаһына ҡарата ике протокол төҙөлгән. Техника штраф урынына ҡуйылған, тип хәбәр итәләр автоинспекциянан. "Ҡаргиҙәр" операцияһы февраль аҙағына тиклем бара.