“ Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы Аҡмулла университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, көн һайын 65 яугирға бассейн һәм тренажер залы менән файҙаланыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ үҙ яҙмышын педагогика һәм юғары уҡыу йорто менән бәйләргә теләүселәр өсөн вуз менән танышыу үткәрелә. Махсус хәрби операция ветерандарына белем алыу, эшкә урынлашыу һәм квалификацияһын күтәреү буйынса яңы мөмкинлектәр асыла, ти “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт