Өфөнән "Директор" миҙалға лайыҡ булды

Рәсәй Президенты Указы менән “Директор” позывнойлы яугир Донецк Халыҡ Республикаһында Михайловка ауылын алыуҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Жуков миҙалына лайыҡ булған. Был турала социаль селтәрҙә Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин хәбәр итә. “Беҙ ҡыйыу яугирыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Еңеүгә табан һәр яңы аҙым - ул хәрбиҙәрҙең фиҙаҡәрлеге һәм юғары профессионаллек һөҙөмтәһе. Награда - уларҙың хеҙмәтен һәм ҡыйыулығын таныу ул”, – тип яҙған Илдар Мостафин.