Башҡортостанда балалар өсөн психологик реабилитация үҙәге булдырыла

Проект йылдам үҫеш биләмәһендә ғәмәлгә ашырыла. Бының өсөн 30 миллион һум инвестиция  бүленә. Беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте  министры Рөстәм Моратов  белдереүенсә, проектты ғәмәлгә ашырыу үҫеш етешһеҙлеге булған балаларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. Үҙәктә психолог, педагог-психолог, нейропсихолог, логопед һәм  дефектолог ярҙамы  күрһәтелә. Объект киләһе йылда төҙөлә башлай.