Учалыла һыу торбалары һалыу башланды

6 километр оҙонлоғондағы  трасса ҡаланың һурҙырыу станцияһын резервуарҙар менән тоташтырырға тейеш. Төҙөлөш эштәре ике өлөшкә бүленгән. Яңы магистраль быйыл файҙаланыуға тапшырыла, киләһе йылда иҫке һыу үткәргестә капиталь ремонт яһала.