Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияға килде


Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияға килде. Эшлекле программа буйынса туғандаш республикалар араһында тиҫтәләгән килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белоруссия республиканың төп иҡтисади партнеры тип билдәләне. Ике республика араһында сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, эшҡыуарлыҡ, мәҙәниәт һәм туризм йүнәлештәрендә ышаныслы хеҙмәттәшлек ойошторолған. Белоруссия менән республиканың дөйөм тауар әйләнеше 47 процкент тәшкил итә.